Упҡын ситендәге бейеү – Юғалтыу ҡатыш һөйөү. Юғалтырыңды белгәнгә, Ул, тиеп, янып-көйөү. Миңә – ғүмерлек табыныу, Ә һиңә – еңел табыш. Һиңә бары күңел асыу, Ә миңә – һағыш, һағыш... Һиңә ҡиммәт ут сәсрәтер Йөрәк дыуамаллығы. Ә миңә йәл беҙ юғалтҡан Бәхет ихтималлығы.